Ауыл халҡын ҡотларға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Вадим Синцов килде. Ул райондың Ишмән ауылында беренсе тапҡыр булыуын билдәләне. "Һеҙҙең ауыл һәр ваҡыт уңайлы һәм төҙөк, ә һәр ғаиләнең тормошо күңел йылыһы, шатлыҡ, мөхәббәт менән тулы булһын, - тине Вадим Геннадьевич. - Владимир һәм Миңлезаһиҙа Шичиндарға айырым рәхмәт. Был кешеләр яҡындары баш тартҡан балаларға ғаиләлә йәшәргә мөмкинлек бирә, уларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, күңел йылыһын өләшә”.
“Беҙҙең ауылды донъя картаһында күреп булмаһа ла, изге төйәгебеҙ беҙҙең өсөн бик күп нәмәне аңлата, йәшәргә дәрт бирә. Беҙ бында йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ һәм байрамдарҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Миңә 69 йәш, бөгөн дә ҡунаҡтар алдында бер нисә йыр йырланым”, - тине Фәнүзә Фәхриева.
Байрамға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Бәләкәй Ишмән” саҡырыулының әсәһе лә килгәйне. "Улым күптән түгел яраланды һәм хәҙер Мәскәүҙә госпиталдә дауалана. Кисә уға операция яһанылар, - тип һөйләне ҡатын. Мобилизация башланып, ҡулына саҡырыу алған улым вахта ысулы менән эшләгән эшенә бармай, бер һүҙһеҙ махсус хәрби операцияға китәсәген хәбәр итте. Улдарыбыҙға беҙҙе һаҡлағандары , беҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшкәндәре өсөн рәхмәт. Уларҙың ҡаһарманлығы арҡаһында беҙ ауыл көндәрен, байрамдарҙы билдәләй алабыҙ, ауылдаштар, туғандар менән кинәнеп аралашабыҙ. Бөгөнгө концерт программаһы ла шәп булды, урындағы артистар кәйефте күтәрерҙәй итеп матур сығыш яһаны”.