Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль 2018, 12:37

Музей – мәҙәниәт көҙгөһө

Музей – мәҙәниәт көҙгөһө

Благовещен күп профилле һөнәри колледжы музейында республикабыҙҙың иң боронғо уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йортоноң 140 йыллыҡ эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан.

Тарихи музей 1980 йылдың 9 майында тантаналы рәүештә Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә асыла. Музейға нигеҙ һалыусылар: тарих фәндәре уҡытыусыһы А.Н. Шаршаков һәм уҡыу йорто директоры М.Ф.Куликов. Юҡҡа ғына был дата менән бәйләнмәгәндәрҙер музей тарихын. Һуғыштың беренсе көнөнән үк һалдаттар рәтен ошо уҡыу йортоноң уҡытыусылары тулыландыра һәм бик аҙҙарына ғына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырға насип була. Шулай уҡ 1942 йылдың июнь айында Көньяҡ Урал пулемет училищеһы мотлаҡ ошо уҡыу йорто нигеҙендә ойошторола. 5 батальондан торған төркөмдәр 6 ай эсендә пулеметсылар менән етәкселек итеүсе офицерҙар әҙерләгән. Бер йылдан күберәк ваҡыт эсендә 2500 –гә яҡын кешене хәрби хеҙмәткә әҙерләп өлгөрәләр. Сығарылыш уҡыусылары араһында Т.Ф.Щербаков Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. Ә алдынғы мәғариф ветераны Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин ошо Көньяҡ Урал пулемет училищеһының курсанты була. Ул 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың ғинуар айына тиклем белем ала һәм фронтҡа алынып, Курс Бөгөлө, Днепрҙы, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш тамамланғас, күп йылдар мәктәп директоры, уҡытыусыларҙың белемен үҫтереү институты директоры, мәғариф министры кеүек вазифаларҙы башҡара. Педагогия фәндәре кандидаты булараҡ уның 130-ҙан ашыу ғилми хеҙмәттәре донъя күрә.

Музейҙа экспонаттар бер нисә йүнәлештә ҡарала: семинария тормошо, Бөйөк Ватан һуғышы, мәғариф хеҙмәте ветерандары, күренекле шәхестәр. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған өсмөйөш хаттар, шәхси әйберҙәр, фотоһүрәттәр, яҙмалар урын алған. Бигерәк тә тарих төпкөлөнән, уҡытыусылар әҙерләүсе семинариянан ҡалған экспонаттар музейға килеүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. 1870 йылда һуғылып, оҫтаның исем шәрифтәре яҙылған ҡыңғырау әлеге көндә лә сығарылыш кисәләрен биҙәй. 19 быуатта баҫтырылып сығарылған китаптар, яҙыу машиналары, семинарияны тамамлаусыларға бирелгән танытмаларҙың күсермәһе бик ҡәҙерләп һаҡланыла. Шулай уҡ бында белем усағының үҫеш юлы, төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар, директорҙар хаҡында мәғлүмәттәр алырға була. Заманында ошонда белем алып, республика, илдә танылыу яулаған шәхестәр тураһында ла иҫкә алып китергә онотмағандар.

Һуңғы йылдарҙа музейҙы тарих уҡытыусыһы Венера Раил ҡыҙы Сәйфуллина етәкләй. Был яуаплы, эҙләнеүҙе талап иткән эштә эшләр өсөн иң беренсе талапсан, тырыш, эшһөйәр булыу кәрәктер. Ә Венера Раил ҡыҙы тап ошондай сифаттарға эйә. Аҙ ғына ваҡыт эсендә үҙенең асылын юғалта башлаған музейға йән өрҙө. Музей яңы төҫ алды, эшмәкәрлеге лә үҫә башланы. Материалдар туплау, тәртипкә килтереү менән генә сикләнмәй, билдәле шәхестәргә, тарихи ваҡиғаларға арналған кисә - осрашыуҙар әленән – әле үткәрелеп тора. Был эште район ветерандар советы, «Мәңге хәтерҙә» патриотик проект ағзаһы Олег Абдуллин, колледждың мәғариф ветерандары менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Шулар менән берлектә Көньяҡ Урал пулемет училищеһының курсанты Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улына, Бөйөк совет физигы Игорь Васильевич Курчатовтың атаһы Василий Алексеевич Курчатовҡа арналған осрашыу - кисәләре, тарихи ваҡиғаларға арналған күргәҙмәләр быға асыҡ дәлил. Бындай саралар йәнле үтә. Уларға уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар бик теләп йөрөй.

Ысынлап та, бик күп тарихи ваҡиғаларҙы туплай ул музей. Юҡҡа ғына музей ул – тарих көҙгөһө тип аталмай. Тарихыңдың асылын белергә теләһәң, музейға кил.


Рәйлә ФӘХРИСЛАМОВА,

Благовещен ҡалаһы 1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: