Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2018, 12:03

Уңыштың сере ябай

Балаларға белем бирә белеү – үҙе бер һәләт. Ошондай һәләткә Иглин районының Ҡалтыман мәктәбе уҡытыусыһы Зифа Фәйрушина тулыһынса эйә тип әйтеп була. Ул уҡыусыларға химия, биология, экология серҙәрен төшөндөрә.

Башҡорт дәүләт универси-тетының химик факультетын тамамлаған Зифа Рөстәм ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Иглин районына эшкә ебәрелә. Дәрескә әҙерләнеү, дәфтәр тикшереү, план төҙөү менән үткән йоҡоһоҙ төндәр... Һәр баланың уңышына, уңышһыҙлығына ҡайғырыу ҙа, кәрәк саҡта маҡтап ебәрә белеү ҙә хас был тәжрибәле уҡытыусыға.
Инде утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Зифа Рөстәм ҡыҙының дәрестәре һәр ваҡыт дөрөҫ планлаштырылған. Педагог дәрескә әҙерләнгәндә төрлө алымдар ҡуллана, предмет-ара бәйләнештәрҙе йыш ҡуллана. Бындай дәрестәр уҡыусыларға өҫтәмә белем алырға ярҙам итә. З. Фәйрушинаның уҡыусылары химия, биология, экология буйынса район олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, призлы урындар яулай. Дистанцион олимпиада-ларҙа алған дипломдар ҙа уҡыусыларҙың төплө белемен күрһәтә. Хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы үҙ фәндәренең тормош менән бәйләнешенә ҙур иғтибар бирә. Ул дәрестәрен заман талаптарына яуап биргән кабинетта үткәрә. Бында дидактик материалдар күп, компьютер бар. Химия, биология фәндәрен тәжрибәләрҙән башҡа өйрәнеп булмай, ә лабораторияла уларҙы үткәреү өсөн кәрәк булған бөтә нәмә лә бар.
1994 йылдан башлап химия, биология уҡытыусыларының район - методик ойошмаһын етәкләгән З. Фәйрушинаның уҡыусылары илдең һәм республиканың мәртәбәле юғары уҡыу йорттарында белем ала. Уҡытыусы тәжрибә уртаҡлашыу буйынса район семинарҙары үткәрә. Үҙенең методик эшкәртмәләрен гәзит-журнал биттәрендә баҫтыра, йәштәргә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Иртә яҙҙан алып һалҡын көҙгәсә З. Фәйрушина күп ваҡытын мәктәп баҡсаһында уҙғара. Сәскәләр үҫтерә, уҡыусылар менән бергә мәктәп баҡсаһын тәрбиәләй. Район күләмендә үткәрелгән “Сәскәләр байрамы”, “Мәктәп баҡсаһы байлыҡтары” күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша.
Ауылдаштары тарафынан ауыл Советы депутаты итеп һайланған уҡытыусы мөрәжәғәт иткән һайлаусыһын бороп сығармай, ҡулынан килгәнсә уға ярҙам итә.
Яҡшы әсәй, тоғро ҡатын, уңған хужабикә була белгән Зифа апайҙың ике ҡыҙы бар. Оло ҡыҙҙары Гөлнара ата-әсәһе юлынан киткән,ул бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһындағы бер мәктәптә тарих фәненән уҡыта. Кесеһе Юлиә Иглин районының урман хужалығында эшләй. Зифа Рөстәм ҡыҙының ире, оҫта ҡуллы Юрий Шамиданович хеҙмәттәше лә булған ҡатынына өйҙә лә,эштә лә ярҙамсы. Ул ошо мәктәптә 40 йылдан ашыу хеҙмәт дәрестәре алып барған. Шуға ла был оҫта ҡуллы уҡытыусы ҡатыны уҡытҡан кабинетты зауыҡ менән биҙәгән.
Зифа Рөстәм ҡыҙы үҙен бик бәхетле тип һанай. Яратҡан эшен аңлаусы ғаиләһе, аҡыллы уҡыусылары,берҙәм уҡытыусылар коллективы уға берҙәй ҡәҙерле. Уҡытыусының уңыш серҙәре бик ябай: балаларҙы яратыу, уларҙың тормошо менән йәшәү һәм уңыштарын күрә белеү.
Читайте нас: