Һуңғы осорҙа ауылдарға юл һирәк төшә. Шулай ҙа мөмкинлек табып, Үрге Иҙәк ауылында йәшәгән тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән осрашып ҡайттыҡ. Райондың матур төбәге булған был ауыл уңған халҡы, матур ғаиләләре, алдынғы мәктәбе менән дә дан ҡаҙанған.
Үрге Иҙәк мәктәбе башҡа мәктәптәр араһында тик яҡшылар иҫәбендә. Бында уҡыусыһын ысын шәхес итеп күргән, уның өсөн бер ҙә ваҡытын йәлләмәгән, һәр саҡ уға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, үҙ һөнәрен яратып, намыҫ менән башҡарған уҡытыусылар эшләй. Уҡытыусыларҙың былтырғы август конференцияһында мәктәп директоры Раушания Низаметдинова етәкселек иткән коллектив маҡтап телгә алынған. Һәр ваҡыт алға табан атлаған коллектив зарланыуҙы белмәй, һәр проблеманы еңеп, булмағанды булдырып, тырышып хеҙмәт һала. Белем процесының уңышлы ойошторолоуына оло тырышлыҡ һалған Раушания Сабир ҡыҙы уҡыусы, уҡытыусы, ата – әсәләрҙе лә бергә туплай алған. Тәжрибәле етәксе уларҙың һәр береһен мәктәп тормошона илһамландыра, рухландыра белә. Һәр төрлө идеяны тормошҡа ашырыуҙа ата –әсәләр гел берҙәм: мәктәп сараһынан, ремонтынан, баҡсала йәшелсә үҫтерешеүҙән, ҡаҙанлыҡ төҙөлөшөнән дә улар ситтә ҡалмай.
Хужалыҡ эштәренән тыш, йәш үрге иҙәктәр ҡатнашҡан ижади бәйгеләр, төрлө предмет олимпиадалары, дистанцион конкурстарҙың иҫәбе – һаны юҡ. Уҡыусыһының ижади һәләтен, ихтыяр көсөн үҫтереп, төрлө сығанаҡтан мәғлүмәт табырға, уны системаға һала белергә, ышаныслы итеп сығыш яһарға, интернет – бәйләнеште һәм заманса мөмкинлектәргә эйә булырға өйрәтеүҙе үҙ эшенә төп маҡсат итеп ҡуйған да инде рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталия Әпсәлиҡова (уңдан 1-се һүрәт). Үҙе етәкселек иткән алтынсылар араһынан ул уҡыу алдынғыһы булған Азалия Мирсаяпованы билдәләп үтте.
- Район хакимиәте стипендиаты булған ҡыҙ мәктәп программаһын тик “бишле”гә үҙләштерә, үҙ аллы белемен камиллаштыра, күп уҡый, үҙ шәхесен үҫтереү өҫтөндә лә күп эшләй. Барлыҡ фәндәрҙе һыу кеүек эскән Азалия ғилми – тикшеренеү эштәрен бик теләп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үтәй, - тип һөйләне Наталия Тимофеевна.
“Ватан юлдары менән” район конкурсына Азалия Мирсаяпова “Минең ғаиләмдә уҡытыусылар династияһы” тигән тикшеренеү эшен тәҡдим итте. Ғаилә архивынан алынған төрлө фотоһүрәттәр, документтар, яҙмалар, матбуғатта баҫылған мәҡәләләр аша йәш тикшеренеүсе юғары ла телгә алынған теманы асырға күп көс түккән. Үҙ ғаиләһенең, туғандарының уҡытыусылар династияһы менән ғорурланған ҡыҙ улар башҡарған фиҙакәр эште 211 йыл тип иҫәпләп сығарған. Ҡыҙҙың ҡарт олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлейәров Аллаяр Миңлейәр улы 37 йыл дауамында үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәренә тәрбиәһен дә, белемен дә бирә. Хөрмәткә лайыҡ мөғәллим “Халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исем дә йөрөтә, 16 йыл рәттән халыҡ депутаттарының район Советына депутат итеп тә һайлана. Атаһы юлынан киткән улдары – Рәфим Ҡариҙел районында 17 йыл математиканан, Рәмиле 26 йыл физкультуранан уҡытһа, ә Рәйсәһе Үрге Иҙәк мәктәбендә 39 йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Үҙ эшен яратҡан ҡыҙы Римма ла Бөрө районы уҡыусыларында рус теле һәм әҙәбиәтенә тәрән һөйөү тәрбиәләй алған. Был уҡытыусыларҙың һәр береһен, улар үткәргән дәресте уҡыусылары һағынып иҫкә ала. Ҡарт олаталары Аллаяр Миңлейәровтың данлы мөғәллимлек эшен бөгөн ейәндәре дауам итә. Радик, Айгөл, Маргарита, Екатерина, Светлана ла юғары белемле, һайлаған һөнәренә тоғро уҡытыусылар. Улар олаталары башлап ебәргән эштең орлоҡтарын тәртипле, инсафлы, һәләтле балалар күңеленә сәсә. Уларҙың һәр береһен алтын бөртөгөнә тиңләй ҙә инде уҡытыусылар династияһының иң йәш вәкилдәре.
Күҙҙәренән осҡон сәсеп торған үҙе һылыу, үҙе егәрле Азалияның һәләттәре бик күп, шөғөлдәре һанап бөткөһөҙ. Ижади фекерләү ҡеүәһенә эйә булған Азалия Мирсаяпова киләсәктә кем буласағын әлегә теүәл әйтә алмай. Иң мөһиме, алға уның маҡсаттары күп яҡлы.
Үрге Иҙәк мәктәбенә йүнәлтмә менән эшкә килгән география уҡытыусыһы Алена Боброва үҙе уҡытҡан фәнгә уҡыусыларында ысын һөйөү тәрбиәләй алған тиһәк тә, артыҡ булмаҫ.Был фәнде теүәл өйрәнеп, һәр теманы тулыһынса аса алған Алена Анатольевна менән һөйләшеп ултырыу үҙе бер кинәнес. Уҡыусылары араһынан, мәҫәлән тәжрибәле уҡытыусы 9 – сы класс уҡыусыһы Нәргизә Низаметдинованы буласаҡ картограф итеп күрә. Математика фәнен һыу кеүек эскән Нәргизә төрлө карталарҙың масштабын дөрөҫ итеп һанай белә. 6-сы кластан Артур Таймырҙин да был өлкәлә тап ошо предмет аша үҙ һәләтен аса. Үҙенә, уҡыусыларына талапсан уҡытыусы төрлө кимәлдәге: ҡала – район, республика, Рәсәй буйынса үткән олимпиада, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары, юғары уҡыу йорто һәм һөнәри уҡыу йорттары студенттары “Поиск” Бөтә Рәсәй фәнни – практик конференцияһында Нәргизә Низаметдинова “1991 йылдан 2016 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Благовещен районындағы демографик портрет”ты асыуға өлгәшкән. Ҡарап тороуға бик ауыр ғына тойолған был тема аша уҡыусы һәм уҡытыусы үҙҙәренең уртаҡ эшендә райондағы демографик үҙгәрештәрҙең төрлө сәбәбен эҙләй һәм аса. 25 йылды үҙ эсенә алған был тикшеренеү эшендә райондағы демографик хәл торошона етди иғтибар бүленә. Гагарин исемендәге олимпиада призерҙары булған Нәргизә һәм Артур тыуған яҡ тәбиғәтен дә ентекле өйрәнә. Түбәнге Иҙәктәге, Таулы Уразбайҙағы шишмәләр, быуалар, Бәрәүез күлендәге йөҙөп йөрөгән утрау, ҡарағай урманы, аҡ балсыҡлы Николаевка тауы, Уҫы йылғаһы ла йәш сәйәхәтселәрҙе үҙенә саҡырып тора. Класташтары менән төрлө сәйәхәт – экскурсияларға сығып, тыуған тәбиғәт ҡосағында тәжрибә үткәрергә, миҙгеленә ҡарап, төрлө һынамыштар аша асыштар яһарға ла әүәҫ үҙҙәре.
Тыуған мәктәбенең оло ғорурлығы булған Азалияның, Нәргизәнең, Артурҙың (һулдан 2-се һүрәт) тиңдәштәренә өлгө булып үҫеп килеүендә ата – әсәһенең , олатай – өләсәйҙәренең матур тәрбиәһе, ә ауыл хакимиәте башлығы Айһылыу Әҙип ҡыҙы Хәйруллинаның оло хәстәрлеге күренә. “Бөтә яҡшы нәмә – балаларға” тигән күптәнге девиз был ауыл хакимиәтендә ныҡлы урын алған. Күңелдәре дәрткә һуғарылған, белемгә ынтылған тырыш, ныҡышмал балаларҙың киләсәге матур, үтер юлдары бәхеттә уҙһын!