Нуриман районы мәғариф идаралығы менән килешеү буйынса, 31- се һанлы федераль һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Красная Горка урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10 -11 класс уҡыусыларына асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Балалар төп һалым төрҙәре тураһында кәрәкле мәғлүмәт алды, айырыуса уларҙы электрон сервистарҙың мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырҙы.
Дәрестәрҙә уҡыусылар “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”, “Һалымдар йыйыу һәм түләү”, “Үҙ эшеңде ас!” кеүек видео - роликтар ҡаранылар. Асыҡ сарала һалымды ваҡытында түләү – Рәсәй граждандарының төп бурыстарының береһе икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Әлбиттә, дәүләт ҡаҙнаһы һалым түләүселәрҙең аң кимәленә туранан – тура бәйле.