Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Март 2020, 16:30

Кадеттар антына тоғро ҡалыр

Күңелдә ғорурлыҡ хистәре

Благовещен ҡалаһының А.Я. Першин исемендәге 4-се мәктәптең 5 - се класында уҡыған кадеттар өсөн бағышлау тантанаһы үтте.
Махсус форма кейгән малайҙар һәм ҡыҙҙар Тыуған илгә тоғролоҡҡа, хәрби аманатҡа тап төшөрмәҫкә ант бирҙе. "Тыуған илгә - тормош! Намыҫты бер кемгә лә!" тигән девизға таянып йәшәгән, уҡыған бишенселәр дөйөм белем биреү предметтарынан тыш, мәктәптә хәрби дисциплиналарҙы ла үҙләштерә.
Тантаналы уҙған сараға йыйылған яҡындары, ҡунаҡтар алдында үҙен ысын хәрбиҙәрсә тотҡан кадеттарға тыуған мәктәбе кластарында алған белеме, физик яҡтан әҙерлеге, донъяға етди ҡарашы киләсәктә, һис шикһеҙ ярҙам итер.
Читайте нас: