Йәйғор
+15 °С
Облачно
Мәғариф
31 Декабря 2020, 21:00

Ҡәҙерле, яҡын кеше

Өфө районының Ҡыҙылъяр мәктәбендә уҡыусыларға төплө белем бирергә тырышып, үҙ эшенә мөкиббән китеп эшләгән уҡытыусылар байтаҡ. Һүҙем бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Лариса Хәсән ҡыҙы Скорнякова тураһында.

Өфө районының Ҡыҙылъяр мәктәбендә уҡыусыларға төплө белем бирергә тырышып, үҙ эшенә мөкиббән китеп эшләгән уҡытыусылар байтаҡ. Һүҙем бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Лариса Хәсән ҡыҙы Скорнякова тураһында.
Хеҙмәт юлын Өфө районының Черновский ауылы мәктәбендә башлай. Бер йылдан ижади эшләгән, дәрте ташып торған йәш уҡытыусыны яңы ғына төҙөлөп бөткән Ҡыҙылъяр урта мәктәбенә эшкә саҡыралар. Тормош юлы уны ошо ауыл егете, уҡытыусы Михаил Скорняков менән осраштыра һәм улар яҙмыштарын бергә бәйләй. Тырыш, уңған ғаилә 35 йыл татыу донъя көтә, (үкенескә күрә тормош иптәше фани донъянан китеп барҙы), бергәләп өс ҡыҙ үҫтереп, юғары белемле итеп, тормош юлына сығара. Ҡыҙҙары Марина уҡытыусы һөнәренең ни тиклем ауыр, ҡатмарлы, яуаплы икәнен белһә лә, ошо изге һөнәрҙе атай-әсәйҙәренә ҡарап, үҙ теләге менән һайлай һәм бөгөнгө көндә тыуған мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй.
Әҙәм балаһы бер ваҡытта ла уҡыуҙан, өйрәнеүҙән, камиллашыуҙан туҡтамай. Фән серҙәренә төшөнәме ул, ғилем тауҙарына үрләйме - янында һәр саҡ остаз булырлыҡ уҡытыусылары йәнәш килә. Лариса Хәсән ҡыҙы уҡыусыларын ижади эшкә ылыҡтырыуы, һәр дәресенең үҙенсәлекле булыуы, уҡыусыларҙың эшен дөрөҫ баһалай, педагогик алымдарҙы урынлы ҡуллана белеүе менән айырылып тора. Ул үҙе уҡытҡан фәнде барса нескәлектәрен белеп, фәнни яңылыҡтарҙы ваҡытында уҡып алып, программала ҡаралған материалды байытып бирә белде. Үҙ фәнен дә, күҙенә ҡарап тыңлап ултырған уҡыусыларын да ихлас яратты. Үҙенең оҫталығы, балаларға ҡарата йылы мөнәсәбәте, иң мөһиме - илһамлы хеҙмәте менән уҡыусылар араһында ғына түгел, ата-әсәләрҙә лә оло абруй ҡаҙанды хөрмәтле уҡытыусыбыҙ. 27 хеҙмәт йылын етәксе вазифаһына бағышлай: уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 50 йыл эшләү дәүерендә күптәргә ҡанат ҡуя ул, һөнәрен дөрөҫ һайларға ярҙам итә. Бөгөнгәсә уны һәр байрамда онотмай ҡотлаған уҡыусыларының береһе мәктәп юбилейында:
- Лариса Хәсән ҡыҙы беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙе, аҙаҡ беҙҙе рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Үҙ фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм күңелебеҙгә яратыу тойғоларын да һеңдерҙе. Оло тормош юлына баҫҡас, беҙ балаларыбыҙҙы, ҡайһы берәүҙәребеҙ ейәндәрен дә уның ышаныслы ҡулдарына тапшырҙы, - тине яратҡан уҡытыусыһына сәскә гөлләмәһе тапшырып.
Йәмәғәт эштәрендә гел әүҙем ҡатнашҡан ауыл уҡытыусыһының халыҡ араһында абруйы ҙур. Сәхнә түренең уртаһында булған хеҙмәт ветераны бер саранан ситтә ҡалмай. Әле ул ауылдың ветерандар ойошмаһын етәкләй. Төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән ауылдаштарына хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Милли матбуғатты таратыуға ла ҙур ѳлѳш индерә. Яңыраҡ, гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡытында, ауылдаштарын ѳгѳтләп, ул 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәйғор”ға 21 кешене яҙҙыртты. Үҙе лә ғүмере буйы милли матбуғаттың тоғро дуҫы, кәңәшсеһе.
Әлеге ваҡытта Лариса Скорнякова - бәхетле оләсәй. Уның биш ейәне һәм бер бүләсәһе бар. Бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Лариса Хәсән ҡыҙы быйылғы уҡыу йылы башланыу тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡ булып ҡатнашты. Төрлө йылдарҙа уҡып белем алғандар өсөн ул һаман да яҡын, ҡәҙерле кеше. Фатирының ишеге әле лә яратҡан уҡытыусылары менән бер ултырып һөйләшеүҙе бер ғүмергә һанағандар өсөн һәр саҡ асыҡ.

Читайте нас