Йәйғор
+30 °С
Ясно
Мәғариф
31 Декабря 2020, 21:00

Үҙ эшенең ысын оҫтаһы

Үткән быуатта мәктәптәрҙә ир уҡытыусылар күп була торғайны. Директор булып балаларҙы, халҡын, тыуған ерен ныҡ яратҡан, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған оло йөрәкле, көслө рухлы, донъяға киң ҡарашлы, талантлы ағайҙар эшләне.

Үткән быуатта мәктәптәрҙә ир уҡытыусылар күп була торғайны. Директор булып балаларҙы, халҡын, тыуған ерен ныҡ яратҡан, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған оло йөрәкле, көслө рухлы, донъяға киң ҡарашлы, талантлы ағайҙар эшләне.
Уларҙың абруйы мәктәптә генә түгел, халыҡ араһында ла ҙур булды. Улар өсөн балалар уҡытыу — һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә ине. Заман уҡытыусыһы ана шул ҡөҙрәткә эйәме, балаларға аң-белем, тәрбиә биреү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләйме? Һуңғы ваҡытта уҡыу йорттарында ир уҡытыусыларҙың артыуы күҙәтелә. 2016 йылдағы Бөтә Рәсәй уҡытыусылар конкурсы еңеүселәре араһында тик ир-егеттәрҙең булыуы һоҡландырҙы ла, уйландырҙы ла.
Хәйбулла егете Азамат Ғәббәсов әйтеүенсә, мәктәпте тамамлағанда, уҡытыусы һөнәрен һайлау тураһында уйлап та ҡарамаған. Ата-әсәһе ябай эшсләр. Әммә атаһы яҡлап олатай-оләсәһе бик уҡымышлы кешеләр булған. – Улар икеһе лә дини ғаилә лә үҫкән. Мәҙрәсәлә белем алып, һуңынан үҙҙәре лә ауыл балаларын уҡытҡан. Өйҙәрендә китаптарҙың күп булыуы, мине ғәрәп телендә яҙырға өйрәткәндәре иҫемдә”, - тип һөйләй Азамат.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған егет армия сафына алына. Артиллерист булып хеҙмәт иткән йылдарын, палаткала йәшәгән, кистәрен буржуйка янында хеҙмәттәштәре менән һөйләшеп ултырған мәлдәрен, спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән көндәрен әле лә һағынып иҫкә ала ул. Һалдат гимнастеркаһын да һалып өлгөрмәгән егет 2010 йылдың февраль айында Жуков ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай.
- Коллектив мине бик йылы ҡабул итте, - тип хәтерләй Азамат Шәфҡәт улы. – Коллегаларымдың ышанысын аҡлар өсөн үҙем дә тырыштым.
Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, бөтә күңелен биреп, ихлас башҡара йәш уҡытыусы. Маҡсатына ярашлы, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендәге алдынғы педагог-новатор-ҙарҙың эш тәжрибәһен, уҡытыуҙың инновацион технологияларын үҙләштерә һәм уларҙы үҙ эшендә ижади ҡуллана тырыш педагог. Балаларҙа әсә теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та итеп үткәрә. Унда йыр һәм шиғыр ҙа, мәҡәл һәм йомаҡ та, әкиәт тә, шәжәрә лә, тиҙ ятлап алына торған ҡанатлы һүҙҙәр ҙә бар. Уҡытыусы милли рухты һүҙ ҡөҙрәте аша бирергә тырыша. Рус мәктәбендә балаларға үҙ теленең бөйөклөгөн еткерә, туған телдә халҡыбыҙҙың тарих төпкөлөнән эстафета кеүек бирелеп килгән матур һәм изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тыуған еренең байлығын һәм гүзәллеген аңлата, күңелдәренә һала. Уҡыусылары район олимпиадаларында, республика кимәлендә үткәрелеп торған төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. Тәүҙәрәк төрлө ярыштарҙа уҡыусылары призер ғына булһалар, һуңғы ике-өс йыл эсендә үткәрелгән сараларҙа еңеүселәр рәтендә. Үҙе лә районда үткәрелеп торған сара-ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүсе булараҡ дипломдар менән бүләкләнә. Балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барыуҙа, спортҡа ылыҡтырыуҙағы эштәре өсөн райондың Афған һәм Чечен һуғышы ветерандарының "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһында ла танылыу таба һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Азамат Шәфҡәт улын борсоған һорауҙар күп. Башҡорт ғаиләләрендә балалар ата-әсәһе менән үҙ телендә һөйләшмәүе, телдең юғала барыуы уны хафаға һала. Башҡорт телен уҡытыу программаларына ла үҙ фекере бар. Үҙ белемен үҫтереү өҫтөндә лә даими эшләй. Уҡыусылары ла эҙләнеүсән, һәләтле уҡытыусыһын хөрмәт итә.
Тормошта үҙ юлын табып, ғаилә ҡороп, лайыҡлы балалар тәрбиәләп, яҡшы уҡытыусы булыу өсөн уҡытҡан фәнеңде һәм уҡыусыларыңды яратыу мөһим икәнен белгән һәм уларҙың яҡты киләсәген тәьмин итеүҙә үҙ өлөшөн индергән Азамат кеүек тырыш егеттәребеҙгә «Афарин!» тип кенә әйтергә ҡала.

Читайте нас