Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2021, 08:58

Сыктывкарҙан еңеү яулап

Өфө районы Рус Юрмашы мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән Евгения Шәмсеүәрованың тәрбиәләнеүселәре төрлө спорт төрҙәре буйынса район, республика ярыштарында еңеүсе, призер булып тора.

Сыктывкарҙан еңеү яулап
Сыктывкарҙан еңеү яулап

Өфө районы Рус Юрмашы мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән Евгения Шәмсеүәрованың тәрбиәләнеүселәре төрлө спорт төрҙәре буйынса район, республика ярыштарында еңеүсе, призер булып тора.

-Хәҙерге компьютер, телефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда балаларҙы физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, уларҙың шөғөлөнә әйләндереү өсөн күп көс һалырға тура килә. Балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөмдө һалам, яңы алымдар уйлап табам, - тип һөйләне һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы.

Евгения Владировнаның яратҡан эшенә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләре лә бар. Быйылғы йылдың һуңғы айы – декабрҙә  Сыктывкар ҡалаһында үткән “Рәсәйҙең һаулыҡ уҡытыусыһы” XI һәм XII Бөтә Рәсәй конкурсының финалында уға ла ҡатнашырға насип булған. Рәсәйҙең 40 регионынан килгән 68 уҡытыусы араһында үҙенең тәжрибәһе һәм эш алымдарын ҡулланып, “Йәшлек һәм һәләт өсөн” номинацияһында еңеү яулаған.

-Үтеп барған йылда ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыуымдан һәм тәжрибәле хеҙмәттәштәрем менән аралашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалдым. Үткән йылға рәхмәт әйтеп, яңыһын ихлас сәләмләйем. Барса халыҡ имен-аман, һау-сәләмәт булып, шатланып, көлөп йәшәһен!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: