Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Февраль 2022, 15:24

Студенттарға – яңы оҫтахана

Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Иглин филиалында яңы иретеп йәбештереү оҫтаханаһы асылды.

Студенттарға – яңы оҫтахана
Студенттарға – яңы оҫтахана

WorldSkills халыҡ-ара стандарттарына ярашлы төҙөлгән яңы оҫтахана Башҡорт агросәнәғәт колледжының Иглин ауылындағы филиалында асылды. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған оҫтахана эшсе кадрҙарҙың квалификацияһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Иретеп йәбештереүселәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Яңы оҫтахана ярҙамында колледж студенттары заманса производствола талап ителгән һөнәргә эйә буласаҡ, ти колледж етәкселеге.
5 миллион һумлыҡ яңы ҡорамалдарҙа уҡыу йортоноң 2-3 курс студенттары шөғөлләнәсәк.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: