Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июнь 2022, 14:07

Уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек

Балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе методисы Галина Соловейкина – Бөтә Рәсәй педагогик практикаларҙың Арктур конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек
Уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек

Балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе методисы Галина Соловейкина – Бөтә Рәсәй педагогик практикаларҙың Арктур конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Бөтә Рәсәй мәғариф системаһының профсоюз ойошмаһы тарафынан етенсе йыл рәттән үткәрелеп килгән был конкурста тәжрибә һәм йәшлек, йолалар һәм инновациялар осрашып ҡына ҡалманы, ул ижади кешеләр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына ла әйләнде.
Анапаның Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан "Смена" балалар үҙәгенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең көсөн төрлө ярыштарҙа һынаны. Конкурста башҡарған эше менән таныштырған Галина Витальевна “Өҫтәмә белем биреү учреждениелары шарттарында экологик мәҙәниәтте формалаштырыу технологияһы” тигән темаға үҙенең тәжрибәһе тураһында үҙенсәлекле итеп сығыш яһаны.
“Мәғариф учреждениеларындағы профориентацион эштең форма һәм методтарына яңы ҡараш” мәғариф форумында ҡатнашыусылар әйҙәүсе эксперттарҙың телмәрен тыңланы һәм мәҙәни программаға ингән сараларҙың уртаһында ҡайнаны.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: