Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июль 2022, 11:21

Белем усаҡтарында ремонт эштәре бара

Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәп бинаһында 2022-2026 йылдарға иҫәпләнгән мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһына ярашлы ремонт эштәре бара

Белем усаҡтарында ремонт эштәре бара
Белем усаҡтарында ремонт эштәре бара

Благовещен ҡалаһындағы 5-се мәктәп бинаһында 2022-2026 йылдарға иҫәпләнгән мәктәптәрҙе модернизациялау федераль программаһына ярашлы ремонт эштәре бара.

2023 йылдағы уҡыу йылына был белем усағы тулыһынса яңырасаҡ. Биналағы инженер селтәре, иҙән, түшәм, стена, бинаның түбәһе капиталь йүнәтеләсәк. Мәктәп директоры Татьяна Кузнецова әйтеүенсә, төҙөүселәр алдында ҙур күләмле эштәр тора: мәктәптең фасады, бинаның аҫҡы өлөшөн йөҙләү, ҡыйыҡты, ишектәрҙе, инженер селтәрҙәрен, йылытыу, яҡтыртыу системаларын ремонтлау. Сметаға шулай уҡ мәктәптең эске биҙәлеше, шул иҫәптән иҙән ҡатламын, стеналарҙы, түшәмдәрҙе буяу, стеналарҙы һәм иҙәндәрҙе  плиткә менән ҡаплатыу, баҫҡыстарҙы алмаштырыу ингән һәм мәктәп территорияһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәртеләсәк.

Шулай уҡ был программаға райондың Туғай мәктәбендә 2022 йылда, ә Яңы Надеждин мәктәбе 2023 йылда ремонт эштәре планлаштырылған.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: