Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июль 2022, 13:52

Рухи һәм хеҙмәт тәрбиәһе

Яңы Күл урта мәктәбенең “Йәйләү” профилле лагеры 1 июндән үк эш башлаған. Исеменән күренеүенсә, бында эштәр билдәле педагог Мәрйәм Бураҡаеваның автор программаһына ярашлы алып барыла 

Рухи һәм хеҙмәт тәрбиәһе
Рухи һәм хеҙмәт тәрбиәһе

Нуриман районы мәктәптәрендә балаларҙы һауыҡтырыу хеҙмәт лагерҙарында эштәр көйлө барҙы.

         Яңы Күл урта мәктәбенең “Йәйләү” профилле лагеры 1 июндән үк эш башланы. Исеменән күренеүенсә, бында эштәр билдәле педагог Мәрйәм Бураҡаеваның автор программаһына ярашлы алып барылды. Һауыҡтырыу һәм хеҙмәт лагерына 90 бала йәлеп ителде. Балалар ҡыпсаҡ, мең, көҙәй, тамъян, үҫәргән ырыуҙарына бүленгән. Улар үҙ ырыуына хас тамғаларҙы, оранды, ағас һәм башҡа атрибуттарҙы белә, йолаларҙы, милли кейем төрҙәрен өйрәнде, ата – бабаларыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәре менән танышты.

         Республикабыҙҙа бындай лагерҙар күптән эшләп килә. Яңы Күл урта мәктәбендә һәр көн башҡорт мотивтарын ҡулланып флешмоб – гимнастика яһауҙан башлана. Иртәнге аштан һуң балалар өсөн төрлө уйындар ойошторола. Ял итеп алғас, уҡыусылар мәктәп яны баҡсаһында сәскәләр тәрбиәләй, уларҙы һуғара, сүп үләндәрен утай.

         Лагерҙа тыуған яҡ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Тәрбиәләнеүселәр Ҡыҙыл Шишмә, Саруа һыу сығанаҡтарына барҙы, Башҡорт, “Ихлас” татар мәҙәни үҙәктәре һәм китапханалар менән танышты. Төрлө темаларға арналған ижади бәйгеләр, осрашыуҙар, әңгәмәләр уҙғарылып тора. Лагерь етәксеһе Мөнәүирова Гүзәл Фәрит ҡыҙы балаларҙың сараларға ҙур теләк менән йөрөүҙәре белдерҙе. Ашау сифаты яҡшы, дуҫтар эргәлә, ҡыҙыҡлы программа! Ни кәрәк тағы каникулдағы балаға!? Ун тәрбиәсе, ашнаҡсылар һәм ярҙамсы хеҙмәткәрҙәр уҡыусыларҙың ялы йөкмәткеле һәм файҙалы үтһен өсөн бөтә көсөн һала.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы
Читайте нас: