Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июль 2022, 09:02

Төрлө тармаҡ белгестәре

Благовещен күп профилле һөнәри колледжының 2021-2022 йылғы сығарылыш студенттарына диплом тапшырылды

Төрлө тармаҡ белгестәре
Төрлө тармаҡ белгестәре

Благовещен күп профилле һөнәри колледжының 2021-2022 йылғы сығарылыш студенттарына диплом тапшырылды.

Быйыл был уҡыу йорто һәр тармаҡта кәрәкле 155 дипломлы белгес сығарҙы. Улар машина төҙөлөшө, химия, суднолар ремонтлау өлкәһендәге белгестәр, программистар, башланғыс кластар уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, ашнаҡсы – кондитерҙар. Уҡыу барышында тик яҡшы билдәләргә уҡыған 18 студент ҡыҙыл диплом алыуға өлгәште.  

Колледжда алған бөтә һөнәрҙәр һәр ерҙә ҙур һорау менән файҙаланыла. Был уҡыу йортон тамамлап, һайлаған һөнәре буйынса эшкә урынлашасаҡ йәш белгестәргә аҡ юлдар теләйбе. Тормошта ла, үҙең өсөн дә кәрәкле һәм мөһим һөнәр һеҙгә оло ҡәнәғәтлек килтерһен! 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: