Йәйғор
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Июль , 14:44

2024 йылға тиклем Башҡортостанға класс етәкселәренә айлыҡ түләүҙәр өсөн 6,9 миллиард һум бүленә

Класс етәкселәренә ай һайын аҡса түләү өсөн федераль бюджеттан тағы 681,9 миллион һум йүнәлтелә

2024 йылға тиклем Башҡортостанға класс етәкселәренә айлыҡ түләүҙәр өсөн 6,9 миллиард һум бүленә
2024 йылға тиклем Башҡортостанға класс етәкселәренә айлыҡ түләүҙәр өсөн 6,9 миллиард һум бүленә

Класс етәкселәренә ай һайын аҡса түләү өсөн федераль бюджеттан тағы 681,9 миллион һум йүнәлтелә. Ошо туралағы бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Өҫтәмә финанслау үҙенең тибы буйынса дөйөм белем биреү булмаған мәғариф ойошмаларының класс етәкселәренә түләү өсөн тәғәйенләнә. Мәҫәлән, колледждар йәки юғары уҡыу йорттары составына ингән мәктәптәр.

2022 йылда федераль ҡаҙнала ябай мәктәптәрҙең класс етәкселәре өсөн 74,9 миллиард һум ҡаралған. Документҡа ярашлы, Башҡортостан йыл һайын ошо маҡсатҡа 2,3 миллиард һумдан ашыу аҡса алырға тейеш. Шулай итеп, 2022-2024 йылдарҙа республика мәктәптәренең класс етәкселәренә түләүҙәрҙең дөйөм күләме 6,9 миллиард һумдан ашыу була. 

2020 йылда Президенттың ҡушыуы буйынса уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә ярҙам тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Түләүҙең күләме — айына 5 мең һум. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың быға тиклем билдәләнгән өҫтәмәләре лә һаҡлана.

Автор:ИА «Башинформ»
Читайте нас в