Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында үткән конкурста илдең 58 субъектынан Мәскәүгә килеүселәр араһында Благовещен егете Дмитрий Шабаевтың булыуы ла бик оло мәртәбә ине. Союздар йортоноң колонналар залы майҙанында уҙған был сараға йыйылған конкурсанттар район-ҡалаларҙағы үҙидаралыҡтың үткәне, бөгөнгөһөнә бәйле ваҡиғаларға туҡталды. Урындағы үҙидараның һөҙөмтәлелеге дәүләт власы органдары, сәйәси партиялар, граждандар берләшмәләре, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды улар.
-Конкурсҡа тәҡдим иткән эшемдә тап муниципаль кимәлдә мөһим мәсьәләләр хәл ителеүе, кешеләр мотлаҡ урындағы власҡа күҙ терәп барыуы, үҙҙәренә яҡлау табыуы тураһында һөйләнем. Илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙе барып күреп, күпме йәштәштәрем менән танышып, аралашып ҡайтыуым кәйефемде күтәреп кенә ҡалманы, ә артабанғы еңеүҙәргә этәргес бер көс тә булды,-тип һөйләне Дмитрий Шабаев.