Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2022, 13:45

Һөнәре – мөһим һәм яуаплы

Благовещен ҡалаһында йәшәгән Зөлфиә Йыһанова ире Булатҡа һөйөклө ҡатын, улдары Урал менән Салауатҡа итәғәтле әсәй, әсәһенә аҡыллы ҡыҙ, туғандарына хәстәрлекле апай-һеңле, иренең туғандарына яратҡан килен – еңгә булһа,  ә үҙе эшләгән балалар баҡсаһындағы кескәйҙәр өсөн яғымлы тәрбиәсе лә.  Хеҙмәт юлын  ҡаланың  1-се һанлы  "Улыбка"  балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүгә бағышлаған Зөлфиә Зәкиулла ҡыҙын белмәгәндәр һирәктер. 

Һөнәре – мөһим һәм яуаплы
Һөнәре – мөһим һәм яуаплы

Балалар менән төрлө байрам-фестивалдәрҙе оҫта итеп ойошторған тәрбиәсе улар йөрәгендә Тыуған илгә, тыуған ергә, туған телгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү тәрбиәләй. Зөлфиә Зәкиулла ҡыҙы Республика, Милли кейем көндәрен дә ҡыҙҙар һәм малайҙар менән сағыу милли кейемдәрҙә ҡаршылай. Уның етәкселегендә балалар милли рухтағы йыр-бейеүҙе лә теләп башҡара, әсә телендә шиғырҙар ҙа һөйләп ишеттерә. 

- Тәрбиәсе балалар менән уртаҡ тел табып, уларҙы аңлай һәм ваҡытында  йыуата белергә тейеш. Бөтә күңелем менән яратҡан эшемә бирелгәнмен. Һәр балала үҙ хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрәм, ата-әсәләрҙең рәхмәтен ишетәм, хеҙмәттәштәремдең хөрмәтен тоям. Минең өсөн бынан да ҙур бәхет юҡ. Тәрбиәсе булып эшләүе үтә яуаплы булһа ла, мин кескәйҙәрҙе бик яратам. Иң мөһиме, улар мине үҙ итә һәм миңә ышана. Бәхетле баласаҡ һәм һәр сабыйҙың киләсәк тормошо тәрбиәсенең зирәклеге, сабырлығы һәм иғтибарына бәйле. Йәш быуында мәрхәмәтлелек, ҡайғыртыусанлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, маҡсатлылыҡ хистәре тәрбиәләй алыуым менән мин бик бәхетле, - тип һөйләне үҙ эшенә ғашиҡ Зөлфиә Йыһанова.

Бөгөнгө байрам – Тәрбиәселәр көнөндә лә хөрмәтле тәрбиәсене иртә менән балалар, ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәре ихлас ҡотлай, уға ихлас теләктәрен еткереп, сәскә гөлләмәләре тапшыра. Форсаттан файҙаланып, беҙ ҙә  һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ  менән тәбрикләйбеҙ. Киләсәктә лә ҙур уңыштар,мәңге һүнмәҫ ижад, балалар мөхәббәте  теләйбеҙ.

Һөнәре – мөһим һәм яуаплы
Һөнәре – мөһим һәм яуаплы
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: