Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 09:43

Абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары

Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог Өфө районының Алексеевка мәктәбендә эшләй.

Абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары
Абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары

Уҡытыусы һөнәренә ғүмергә тоғро ҡалған, әҙәбиәтте һәм туған телде сикһеҙ яратҡан, киң күңелле, ихлас Резеда Ризәлүн ҡыҙы Хәмитова талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған кеше. Уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алған уҡыусыларҙың тырышлығы ла бушҡа китмәй. Улар төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай, район һәм республика олимпиадаларында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Ысынлап та, Резеда Ризалун ҡыҙы йәш быуынға төплө белем биреү өсөн  көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.  

Уҡыусыларында башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған уҡытыусы дәрестәрендә яңынан-яңы методик алымдар ҡуллана, заманса технологияларҙы үҙ итә.

-Әлеге заман шарттарында эшләгән уҡытыусы бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог, психолог һәм артист та. Кәрәк икән әсәй кеүек, ул балаларҙы ҙур тормошҡа ла әҙерләй. Шунһыҙ уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына, милли телдәге ваҡытлы матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел,-ти Резеда Хәмитова.

Илеш районының Иштирәк ауылында тыуып үҫеп, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, Алексеевка мәктәбен үҙенең эш урыны итеп һайлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы үҙенең дәрестәрендә милли матбуғатты ла әүҙем ҡуллана. Һәр йылдың ярты йыллығына республика баҫмалары, район-ара “Йәйғор” гәзитенә даими яҙылған мөғәллимә унда баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр, тарихи, өлгөлө ғаиләләр, лайыҡлы кешеләр тормошо аша балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә, кешеләрҙе яратырға һәм матурлыҡты күрә белергә өйрәтә.  

Әйткәндәй, Резеда Ризәлүн ҡыҙына бәхет тә йылмайҙы әле. Ул “Йәйғор” гәзитенә яҙылып, бүләк тә отто. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе уҡытыусыны һөнәри байрамы –Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, уға артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләге килә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: