Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2022, 14:28

Ил кимәлендәге сара берләштерҙе

Өфө районы мәктәптәре уҡытыусылары һәм уҡыусылары “Фәнгә старт” Бөтә донъя фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсының аҙаҡҡы көндөҙгө этабында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Ил кимәлендәге сара берләштерҙе
Ил кимәлендәге сара берләштерҙе

Быйылғы йылдың ноябрь башында Сочи ҡалаһында үткән конкурста Булгаков лицейы һәм Ҡыҙылъяр ауыл мәктәбе вәкилдәре Өфө районы данын мәртәбәле сарала яҡлап сыҡты.

Камилә Йәғәфәрова (Ҡыҙылъяр мәктәбе), Ильяс Ғәҙеев, Сабина Ниғмәтуллина, Олеся Карагеорги (Булгаков лицейы) фәнни-тикшеренеү проекттары өсөн дипломдар менән билдәләнде.

 “Мәктәп мәғарифында актуаль һорауҙар” фәнни-практик конференцияла ҡатнашҡан Ҡыҙылъяр мәктәбе директоры Гүзәл Зөбәйерова менән биология уҡытыусыһы Татьяна Шириева үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуаптар алды, хеҙмәттәштәре тәжрибәһен дә өйрәнде. Булгаков лицейы уҡытыусыһы Гөлназ Ғәҙеева “Бөйөк Петр” орденына һәм был сараны ойоштороусыларҙың рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: