Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ғинуар 2023, 16:30

Ысын шәхестәр тәрбиәләү бурысы тора

Тәрбиәсе – илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы.

Ысын шәхестәр тәрбиәләү бурысы тора
Ысын шәхестәр тәрбиәләү бурысы тора

Мәғариф өлкәһе ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Балаларға һөйөү, ихтирам талап иткән тәрбиәсе бала күңелен нескә тойған белгес тиһәм дә хаталанмам. Тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала туған телгә, тыуған илгә, ғәзиз ергә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә.

Өфө районының милли, полилингваль һәм билингваль мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре тәрбиәселәре тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтенең ҙур сабырлыҡ, түҙемлек талап итеүен дәлилләп, конкурста ҡатнашты.

Һәләтле, ижади, белемле, рухлы, мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләүгә күп көс түккән тәрбиәселәр конкурс барышында үҙе, башҡарған эше менән таныштырҙы. Заманса йыһазландырылған баҡсаларҙа балаларҙы алдынғы технология саралары ҡулланып уҡытыу, тирә яҡты танып белеүгә өйрәтеү юғары һөҙөмтә бирәсәген дә һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Үҙ ҡулдары менән йәнһүрәт булдырған тәрбиәселәр бәләкәстәрҙе төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыуы, уларҙы стандарт булмаған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын асыҡларға ла өйрәтеүҙе эшенең төп маҡсаты итеп алған.

Конкурсты йомғаҡлау сараһында ҡатнашҡан Өфө район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Тимербулат Иҙиәтуллин әйтеүенсә, был сара район тәрбиәселәрен бергә тупланы, уларҙың бер – береһе менән аралашыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға ла булышлыҡ итте. Заман һулышын тойоп, заман менән бергә атлап, һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға тип тырышып көс түккән педагогтар исеменә изге теләктәрен юлланы.

“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында туған телде уҡытыу тәрбиәсеһе” конкурсында райондың “Аҡбуҙат” Шамонин ауыл балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лена Фәйрүзова еңеп сыҡты. Лена Вәкил ҡыҙы Өфө районы данын республика кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ конкурсында яҡлаясаҡ. 2-се урынды Шамониндың “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Гөлсинә Сафина менән Жуковтың “Ҡарлуғас” ынан  Лилиә Рәхимова бүлеште. Зубов ауылындағы “Бәпембә” балалар баҡсаһынан Әлфиә Ғүмәрова,  ошо уҡ ауылдың “Белем” үҙәгенән Фәнүзә Йомағужина, Дмитриевка ауылынан “Мөғжизәле донъя” балалар баҡсаһынан Глүсә Хәмитова 3-сө урынға сыҡты.

-Педагог бер ваҡытта ла кешелек сифаттарын юғалтмаһын өсөн  тәрбиәсегә бер урында тапанмаҫҡа, ҡурҡмай яңынан-яңы эш ысулдары эҙләргә, эшенә инновацион технологиялар индерергә кәрәк. Иң мөһиме  балаларҙы яратырға, уларҙы илебеҙҙең ысын шәхестәре итеп тәрбиәләү бурысы беҙҙең алда тора, - тине тәрбиәселәр сара һуңында.

Ысын шәхестәр тәрбиәләү бурысы тора
Ысын шәхестәр тәрбиәләү бурысы тора
Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: