Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Март 2023, 14:14

Ғилми конкурста еңделәр

Өфө районы мәктәбе уҡыусылары Башҡорт дәүләт аграр университетында үткән «Фәндә тәүге аҙымдар» мәктәп ғилми конкурсында еңеүсе булды.

Ғилми конкурста еңделәр
Ғилми конкурста еңделәр

Өфө районы мәктәбе уҡыусылары Башҡорт дәүләт аграр университетында үткән «Фәндә тәүге аҙымдар» мәктәп ғилми конкурсында еңеүсе булды.

Миловка ауылы мәктәбе уҡыусылары үҫемлекселек, ауыл хужалығы биотехнологиялары, ветеринария фәндәре һәм иҡтисад секцияларында ғилми эштәр тәҡдим итте. Конференция йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы экологик ҡарар» номинацияһында Андрей Арефьев һәм Алмаз Латипов еңеүсе булды. «Иң яҡшы аналитик» номинацияһында Булат Шәрәфетдиновҡа тиңдәр булманы.  «Фәнгә тәүге аҙымдар: Ветеринария» номинацияһында Нияз Муллаяров яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл бирелеүе тураһында сертификат, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: