Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Апрель 2023, 11:59

Мәртәбәле форум бүләге

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сарала Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбендә уҡытыу-тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһында оҙаҡ йылдар көс түккән Ольга Борисовнаға  «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде

Мәртәбәле форум бүләге
Мәртәбәле форум бүләге

Өфөләге "Торатау" конгресс-холында сираттағы "Ҡанатлан!" мәғариф форумында ҡатнашҡан Ольга Кочергина тыуған мәктәбенә шатланып ҡайтып, йәнә лә ҙур теләк менән күп йылдар дауамында башҡарған эшенә тотондо.  

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған был сарала Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбендә уҡытыу-тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһында оҙаҡ йылдар көс түккән Ольга Борисовнаға  «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был өлкәлә фиҙакәр хеҙмәт иткән республиканың абруйлы педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында хөрмәтле яҡташыбыҙҙың булыуы күңелдәрҙә оло ғорурлыҡ тойғолары уятты.

-Миңә тантаналы шарттарҙа тапшырылған был юғары исем күптән инде икенсе тыуған йортома әүерелгән белем усағында тырышып хеҙмәт һалыуым, уҡыусыларға төплө белем биреүем, хеҙмәттәштәрем һәм ата-әсәләр менән бер йүнәлештә эшләүемдең һөҙөмтәһе  тип әйтә алам. Ҙур форумдың эшендә ҡатнашыу миңә оло мәртәбә булды. Республика район һәм ҡалаларынан йыйылған мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн 8 майҙансыҡта төрлө темаларға фәһемле һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Һәләтле балалар менән эште нисек һөҙөмтәле итеп алып барырға, мәктәптәрҙә педагогика синыфтары, республиканың белем усаҡтарында берҙәм тәрбиә биреү мәсьәләләре, илһөйәрлек тәрбиәләүсе ойошмалар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса форум делегаттары күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышты. Тәү сиратта, педагог һөнәренең абруйын арттырыуға, кадрҙар мәсьәләһенә лә оло иғтибар бирелде, - тип һөйләне уҡытыусы Ольга Кочергина.  

Ольга Борисовна яҡындарынан, мәктәп коллективынан һәм күп һанлы ата-әсәләрҙән һаман да үҙ исеменә ҡотлауҙар, матур теләктәр ҡабул итә. Үҙ көсө менән яуланған уңыштарға ирешкән уҡытыусы рәхмәт һүҙҙәренә, маҡтауҙарға хаҡлы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: