2023 йылда мәктәп автопарктарын яңыртыу федераль программаһы буйынса Башҡортостанға 45 «ГАЗ» маркалы яңы автобус ҡайтарылды. Һуңғы 4,5 йыл эсендә 800-ҙән ашыу мәктәп автобусы, яртыһы - төбәк ҡаҙнаһы, яртыһы федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған.
Башҡортостандың 45 мәктәбе араһынан Благовещен районы Покровка мәктәбенә лә яңы автобус тапшырылды. Мәктәп коллективы, ата-әсәләр һәм уҡыусылар был шатлыҡлы яңылыҡты күптән көтөп алды. Хәҙер уҡыусыларға башҡа урындарға барырға, сәйәхәткә йөрөргә, төрлө кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға мөмкинлектәр бар.
16 урынлыҡ яңы ГАЗ-А66R33 автобуслы Покровка мәктәбе директоры Наталья Дәүләтшина һүҙҙәренә ҡарағанда, кузовы һары төҫкә һәм яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләргә эйә булған автобустар ГОСТ талаптарына яуап бирә. Уларға «Балалар» яҙыуы һәм «Балалар ташыу» билдәһе төшөрөлгән. Заман машиналары сәғәтенә 60 саҡрымға тиклем хәрәкәт тиҙлеген сикләү ҡулайламаһы, водитель менән бәйләнеш төймәһе, асыҡ ишектәр булғанда двигателде блокировкалау системаһы менән йыһазландырылған. Автобустарҙа уларҙың ҡайҙа урынлашыуын күҙәтеү өсөн навигация ҡорамалдары һәм артҡы ишекте бикләүсе ҡулайламалар бар. Былар барыһы ла уҡыусыларыбыҙҙың сәфәре уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуы өсөн бик мөһим.