Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2023, 16:40

Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Бөгөн, 22 майҙа, Өфө районының 328 ун беренсе һәм 1317 туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны
Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Бөгөн, 22 майҙа, Өфө районының 328 ун беренсе һәм 1317 туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.
Был байрам бер үк ваҡытта тулҡынландырғыс, шатлыҡлы һәм күңелһеҙ, сөнки сағыу мәлдәр, мөһим ваҡиғалар һәм ҡыҙыҡлы асыштар менән тулы мәктәп тормошо артта ҡалды! Алда - мөһим имтихандар, яуаплы һөнәр һайлау осоро, онотолмаҫлыҡ сығарылыш кисәһе һәм «өлкәндәр тормошо» тип аталған мауыҡтырғыс йәшәйеш башы.
Сығарылыш уҡыусыларына үҙ юлын табып, үҙ эшенең ысын профессионалы булып һәм ҡуйылған маҡсаттарға мотлаҡ өлгәшеүен теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: