Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Июнь 2023, 09:50

Айгүзәл Ҡаҙаҡбаева - еңеүсе!

Иглин ауылында «Урал батыр» йәш сәсәндәр һәм эпик хикәйә башҡарыусылар төбәк-ара конкурсының зона этабы үтте

Айгүзәл Ҡаҙаҡбаева - еңеүсе!
Айгүзәл Ҡаҙаҡбаева - еңеүсе!

Иглин ауылында «Урал батыр» йәш сәсәндәр һәм эпик хикәйә башҡарыусылар төбәк-ара конкурсының зона этабы үтте. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған был конкурс мәғариф системаһында традицион һәм әһәмиәтле конкурстарҙың береһе булып тора.

 «Урал батыр» эпосын, ҡобайырҙар башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, үҫеп килгән йәш быуын араһында эпосты өйрәнеү һәм популярлаштырыу, тарихи мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында был конкурс йылда ойошҡанлы итеп уҙғарыла.

Өфө районы исеменән был конкурста Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе 7 йәшлек Айгүзәл Ҡаҙаҡбаева сығыш яһаны. Йәш талантты конкурсҡа  “Йыл педагогы – 2022” республика конкурсы лауреаты Лилиә Фәһим ҡыҙы Сыңғыҙова әҙерләгән.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Айгүзәл мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре араһында «Урал батыр» эпосын яңғыҙ башҡарыу буйынса конкурста еңеүсе булды. Таланттарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы үрҙәргә күтәрелеүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: