Мәктәп юлы – ғүмер юлым... Шул юлдан ғүмер йомғағым тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Йылдар уҙа тора, ә мин һайлаған юлымдың дөрөҫ икәненә инанып, үз юлымдан, яратҡан эшем, уҡыусыларым булғанына һөйөнөп, ныҡлы аҙымдар менән атлап барам.
Уҡытыусы булыу өсөн уҡытыусы булып тыуырға кәрәк тиҙәр. Мин ошо фекер менән килешәм.Белем илендә хеҙмәт итеүемдең дә төп сәбәбе – тормошомда яҡты йондоҙ булып балҡып янып, матурлыҡты күрә белергә, намыҫ менән хеҙмәт итергә, тормоштан йәм табып йәшәргә өйрәткән кеше, ул да булһа Краснокама районы Иҫке Йәнегет ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - минең әсәйем Ҡәйүмова Эльмира Мулланур ҡыҙы булды. Ул 40 йыллыҡ хеҙмәте дәүерендә үҙен эшенең оҫтаһы итеп танытты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булып, намыҫлы хеҙмәте менән ауылдаштары һәм уҡыусылары күңелендә мөхәббәт яуланы.Тормош юлында ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, тормош һынауҙарын еңеп, ул үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешә белде.
Йылдар уҙып, ваҡыт үтә барған һайын әсәйемдең ысынлап та көслө рухлы булғанына тағын бер ҡат инанып ҡуям. Ул маҡсаттарға ирешеү уға бер ҙә еңелдәрҙән булмаған бит. Алты йәшенән ике бәләкәй туғаны менән әсәйһеҙ ҡала, 17 йәшендә атаһын юғалта, юғары уҡыу йортона керергә теләге көслө булып та, уҡырға керергә мөмкинлеге булмай. Бына нәҡ шундай мәлдә мәктәп директоры булып эшләгән Нәсих Камал улы Мортазин хәлде бик тиҙ аңлап ала һәм уны мәктәпкә пионервожатый итеп эшкә ала, һәр вакыт үҙенең кәңәштәре менән ярҙам итә. Нисек кенә ауыр булмаһын, юлында кәртәләр барлыҡҡа килмәһен, уҡырға кереү теләге әсәйемде бер нисек тә ташлап китмәй һәм ул барыбер үҙ теләгенә ирешә: БДУ-ның татар теле hәм әҙәбиәте бүлегенә ситтән тороп уҡырға керә hәм уны уңышлы тамамлай, ғүмерен тыуған мәктәбендә балаларға татар телен өйрәтеүгә бағышлай.
Уҡыусыларында татар теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн һәр ваҡыт эш тип янып йәшәп, ҡыҙыҡлы дәрестәр, Ф. Яруллин менән телемост, Ә. Атнабаев, Э. Шәрифуллина, Н. Сафина кеүек билдәле шәхестәр менән тере осрашыуҙар, татар халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн әҙәби кисәләр, “Нәүрүз”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек халыҡ уйындары, төрлө бәйгеләр уҙғарып, балаларҙа туған теленә, халҡына мөхәббәт тәрбиәләне. Йыш ҡына миңә әсәйемә сценарийҙар төҙөгәндә, кисәләр ойошторғанда булышырға, уларҙа ҡатнашырға тура килә ине, шуға күрә лә кескенә саҡтан уҡ ысын уҡытыусы булыу өсөн эшеңде, балаларҙы яратырға, күңел йылыңды башҡаларға бирә белергә кәрәк икәнен белеп һәм күреп үҫтем. Күрәһең, тыуғанда уҡ инде миңә уҡытыусылыҡ орлоҡтары һалынған булған, ә әсәйем үҙе сәскән орлоҡтарҙы бары тик дөрөҫ итеп үҫтереп ебәрә алған.
“Һәр бер кеше был йыһанда уҡытыусы була ала микән?” - тигән һорауға, мин һис шикһеҙ, юҡ, тиер инем, сөнки әлеге бөйөк һөнәргә иң-иңдәре, киң холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, бала йәнле һәм киң күңелле кешеләр генә эйә булырға тейеш.
Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм кешелеккә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә... Юҡ, ябай һүҙ түгел был... Йәшәйеште алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл вә зиһен менән кескенә генә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе, оҙатып ҡалыусы бөйөк йән – Уҡытыусы ул.
Уны универсаль кеше тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Мин уҡыусыларыма өйрәтеүсе итеп түгел, ысын дуҫ, серҙәш, кәңәшсе итеп ҡарарға тырышам. Уларҙың холоҡ-фиғелдәре төрлө булған кеүек, уҡыу материалын үҙләштереү дәрәжәһе лә төрлө. Быны һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тотам, шуға күрә уҡытыуҙың төрлө алымдары менән эш итәм. Балаларҙы татар телендә бер – береһен аңлап, бер - береһе менән аралашып, тыуған телгә, үҙҙәре йәшәгән төбәккә мөхәббәт уятыу, тыуған ер,унда йәшәгән шәхестәрҙең ижады менән ҡыҙыҡһыныу, уларға ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе төп маҡсатым итеп ҡуйҙым.
Айырыуса әҙәбиәт дәрестәрен һөҙөмтәле уҙғарыу өсөн, уҡытыусы тарафынан ҙур иғтибар, фантазия,эҙләнеүҙәр талап ителә. Әҙәбиәт - балаларыбыҙҙың күңелен сафландыра, рухтарын байыта, йәндәрен тәрбиәләй торған фән. Күңеле наҙан, йәне тар кешенән дә ҡурҡыныс йән эйәһе юҡ. “Әҙәбиәткә, тыуған телгә иғтибарҙы кәметеп, беҙ кешене ерлегенән айырабыҙ. Патриотизм абстракт төшөнсә түгел, ул – конкрет. Оло ватанға мөхәббәтте тыуған ергә, уның теленә мөхәббәттән генә тәрбиәләп була. Үҙ әсәһенең теленән биҙгән кеше бүтән әсәләрҙең телен бер ҡасан да хөрмәт итә белмәй. Был – хаҡиҡәт”, - дип яҙған күренекле шәхес Туфан Миңнуллин. Мин дә был фекер менән мин тулыһынса килешәм.
Атаҡлы педагог К.Д.Ушинский ҙа: “Уҡытыусы һәр ваҡыт уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала”, - дип яҙған. Заман һулышын тойоп, заман менән тигеҙ атлап барырға ынтылған кешене – заман кешеһе тиҙәр. Ә гел үҫештә, эҙләнеүҙә булып, заман талаптарына тура килә торған кеше – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, һәр саҡ оло тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәй. Уҡытыусы ла, минең уйымса, ғүмере буйына уҡып белемен арттырырыу өҫтөндә эшләргә тейеш.
Йылдар уҙа тора, уҡыусыларым мәктәп юлынан оло тормош юлына сыға баралар. Күптәре бөгөнгө көндә тормошта үҙ юлдарын табып төрлө һөнәр эйәләре булып донъя көтәләр. Уларҙың һәр береһе үҙ урынын тапҡан икән, тимәк, минең тырышлығым бушҡа китмәгән. Уҡыусыларымдың уңыштары – ул күп йыллыҡ хеҙмәтем емештәре.
Әгәр минән, һин бәхетлеме, тип һораһалар, эйе, мин бик бәхетле, тиер инем.Яратҡан эшем, хөрмәт иткән коллегаларым, мине аңлаусы ғаиләм, балаларым бар. Үҙең яратҡан эштә уҙған ғүмер – бәхет бит ул! Ниндәй генә заманда, осорҙа, быуатта йәшәһәк тә, иң матур өлгө, иң яҡты маяҡ булып уҡытыусы ҡалырға тейеш! Минең юлымда шундай яҡты маяҡтарҙың береһе булып әсәйем тора һәм ҡаласаҡ та. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере ҡыҫҡа булды, әммә ҡыҫҡа булһа ла, янып, күптәргә өлгө булып йәшәне һәм уның яҡты исеме беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Динара Харисова,
Өфө районы А.М.Алымов исемендәге Михайловка мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.