Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2023, 12:07

Китапхана - мәғлүмәт үҙәге

Илүзә Ғибәҙуллина етәкләгән китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө йәштәге, төрлө быуын кешеләре менән дә бәйләнеш булдырған һәм уңышлы эш алып бара. Тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, хоҡуҡ һ. б. төрлө тематик саралар менән бер рәттән бындағы оҫталыҡ дәрестәрендә, кисә-конкурстарҙа күңелгә хуш килерҙәй мәғлүмәт алырға һәм белемде арттырырға була.

Китапхана - мәғлүмәт үҙәге
Китапхана - мәғлүмәт үҙәге

Район үҙәгендәге китапхананан һис тә кеше өҙөлмәй. Бина умарта иләүе шикелле гөжләп тора. Мәктәп балалары ла, өлкән йәштәгеләр ҙә бында теләп йөрөй.
Китапхана фәһемле, мәғәнәле саралар үҙәге лә булып тора. Бында килеүселәр китап уҡыр өсөн генә түгел, оҫталыҡ дәрестәре алыу, шиғриәт конкурстарында ҡатнашыу, райондың арҙаҡлы шәхестәре, улдары махсус хәрби операцияла булған әсәйҙәр менән осрашыу өсөн килә.
Сираттағы сарала китапхананың балалар бүлегенән Гүзәл Әсәнова, Гүзәл Фәйзуллина һабын ҡайнатыу тарихы тураһында һөйләп, уны эшләү технологияларын күрһәтте.
-Өсөнсө класс уҡыусылары менән хуш еҫле һабын эшләү серҙәрен өйрәндек. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән һабын эшләп, уны махсус формаларға һалып, бик ҡәнәғәт ҡалды,- ти уларҙың класс етәксеһе Светлана Байкова.
20 ноябрҙә - Бөтә донъя балалар көнөндә уҡыусылар өсөн ойошторолған «Бәләкәй гражданиндың хоҡуҡтары» мәғлүмәти дәрес ҡыҙыҡлы үтте. Хеҙмәткәр Фиалка Нуриманова уйын формаһында балаларҙың хоҡуҡтары менән таныштырҙы. Үҙҙәрен юрист ролендә хис иткән балалар әкиәт геройҙарының ҡылыҡтарына баһа бирҙе. Хоҡуҡ темаһына арналған йәнһүрәт ҡарау, алынған мәғлүмәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итте, төрлө бәхәстәр тыуҙырҙы.
Әсәйҙәр көнөнә арналған байрамда ла һәр бала әсәһенең портретын төшөрҙө. Ҡәҙерлеләре тураһында йыр йырлап, шиғыр һөйләне улар. «Һәр ваҡыт булһын, әсәй!» тигән китап күргәҙмәһе сараның күрке булып торҙо.
Илүзә Ғибәҙуллина етәкләгән китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө йәштәге, төрлө быуын кешеләре менән дә бәйләнеш булдырған һәм уңышлы эш алып бара. Тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, хоҡуҡ һ. б. төрлө тематик саралар менән бер рәттән бындағы оҫталыҡ дәрестәрендә, кисә-конкурстарҙа күңелгә хуш килерҙәй мәғлүмәт алырға һәм белемде арттырырға була.
Һәр ауыл-ҡасабалағы китапхана хеҙмәткәрҙәре әүҙем һәм кәрәкле эш алып бара.Шуға ла улар янынан халыҡ өҙөлмәй.

Китапхана - мәғлүмәт үҙәге
Китапхана - мәғлүмәт үҙәге
Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: