Быға тиклем ул 1969 йылда төҙөлгән ағас бинала урынлашҡан ине. Ә 2018 йылда бина авария хәлендә тип табылды. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 620 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 134-е – балалар. Быйыл республикала бындай 52 объект барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итә һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.