Бөгөн “Өфө икмәк аҙыҡтары комбинаты”, “УППО”, “Башкирэнерго” йәмғиәттәренең шул йәштәге хеҙмәткәрҙәре уҡыу үтә башланы, сара 25 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Республикабыҙҙа социаль мәсьәлә даими хәстәрләнгән төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала, шул иҫәптән өлкән быуын вәкилдәренең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға, уларҙы заманға яраҡлаштырыуға, белемен камиллаштырыуға, буш ваҡыттарын файҙалы үткәртеүгә һ.б. ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәләре буйынса, хаҡлы ялдағыларҙы, пенсия йәшенә етеп килгәндәрҙе төрлө йәһәттән яҡлау, ҡурсалау дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ҡаласаҡ.
Әлеге уҡыуҙар ҙа – ошо маҡсаттың бер өлөшө. Проектҡа ярашлы, Башҡортостанда 2024 йылға тиклем йыл һайын пенсияға сығыу алдындағы 1 500 самаһы граждан өҫтәмә белем аласаҡ. Дөйөм иҫәпләгәндә, туғыҙ мең тирәһе кеше уҡыу үтәсәк. Был маҡсатҡа йыл һайын 108,8 миллион һум бүлеү ҡаралған: уларҙың 103,4 миллионы – федераль бюджеттан, ҡалған 5,4 миллионы – республика ҡаҙнаһы сығымы.
Субсидия күләме бер кешегә уртаса 68 500 һум тип ҡаралған. Уҡытыу өс айҙан артмаҫҡа тейеш.