Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь 2019, 08:36

Милли проекттарҙы сифатлы итеп ғәмәлгә ашырыуға нимә ҡамасаулай?

Милли проекттарҙы сифатлы итеп ғәмәлгә ашырыуға нимә ҡамасаулай?

Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин илебеҙҙә милли проекттарҙы сифатлы ғәмәлгә ашырыуҙың төп кәртәһен атаны. Тик был, тине етәксе, үкенескә күрә, берҙән-бер ҡамасау түгел...
Кудрин белдереүенсә, төп кәртәләрҙең береһе - "идара итеү кимәлдәренең ҡатмарлы иерархияһы".
- На каждом таком уровне есть показатели, нацпроекты реализуются через федеральные проекты, в которые входят государственные программы, это, по сути, старая оболочка, и она не всегда эффективная, - тигән Иҫәп палатаһы башлығы.
Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса төрлө фекер бар. Мәҫәлән, бер нисә аҙна элек РФ Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко министрлыҡтар һәм ведомстволар эшен "безобразие" тип баһалағайны. Матвиенко ханым милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бүленгән аҡсаны бик әкрен үҙләштереү менән килешмәй.
Унан алда беренсе вице-премьер - РФ финанс министры Антон Силуанов та темптарҙың һүлпән булыуын белдергәйне. Эштәр ҡасан шәберәк китер икән?
Беләһегеҙ, билдәләнгән 12 милли проект өсөн 2024 йылға тиклем 25,7 триллион һум аҡса тотонолорға тейеш.
Читайте нас: