Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ноябрь 2019, 01:00

Беҙҙең ҡымыҙ ‒ Фарсы ҡултығында

Һөйләшеп килешеү буйынса, Баймаҡ районында етештерелгән ҡоро ҡымыҙ продукцияһын сығарасаҡтар

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостан ҡымыҙын Фарсы ҡултығы илдәренә экспортҡа сығарыу ҡарала.
Был турала республиканың Тышҡы сәнәғәт бәйләнештәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов менән "Алмас" компанияһының Директорҙар советы рәйесе Салем Аль-Бьянони осрашыуында билдәле булды, тип хәбәр итә «Башҡортостан гәзите».
Фирма етәксеһе Ғәрәп ярымутрауы халҡын бейә һөтө һәм ҡымыҙ менән тәьмин итеү тәҡдимен еткерҙе. Һөйләшеп килешеү буйынса, Баймаҡ районында етештерелгән ҡоро ҡымыҙ продукцияһын сығарасаҡтар. Бынан тыш, республика шифаханаларында дауаланыуҙы ойоштороу ҙа күҙаллана.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.
Читайте нас в