Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ноябрь 2019, 11:10

Республика Хөкүмәтендә “Экология” милли проектының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында фекер алышынды

Республика Хөкүмәтендә “Экология” милли проектының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында фекер алышынды

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә “Экология” милли проектының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыу барышы ҡаралды.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Искәндәров һүҙҙәренсә, 2024 йылға ҡалаларҙа санкцияланмаған 24 сүп-сар өйөмө бөтөрөләсәк, улар араһында өсәүһе айырыуса хәүефле – Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловка” сәнәғәт ҡалдыҡтары, Баймаҡтағы Семеновка алтын эшкәртеү фабрикаһы һәм Өфөләге элекке “Химпром” биләмәһендә йыйылған шлам.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү” бүлексәләренән тора:.
Тотош Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.
Читайте нас: