Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2019, 10:50

Милли проектҡа ярашлы, ҡала мөхите индексы иҫәпләнгән

Милли проектҡа ярашлы, ҡала мөхите индексы иҫәпләнгән

Ил буйынса уңайлы ҡалалар исемлеген төҙөгәндәр. Иҫәпләп сығарылған индекс буйынса бөтә ҡалаларҙың 23,5 проценты ғына, йәғни 262-һе йәшәү өсөн уңайлы тип табылған. Ҡалғандарының махсус индексы бигүк шәптән түгел.
Беҙҙең республиканың 21 ҡалаһынан, бары тик алтауһы яҡшы исемлектә. Улар – Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы, Бәләбәй, Дүртөйлө һәм Ағиҙел. Баш ҡалаға иһә “йәшел зона”ға инергә бер генә мәрәй етмәгән. Башҡортостан буйынса уртаса индекс 173.
Әйткәндәй, 180-дән артыҡ балл йыйған ҡалалар комфортлы һанала. Иң юғары кимәлдә 276 индексы менән - Мәскәү.
Уңайлылыҡ 36 категория буйынса билдәләнгән.
2024 йылға беҙҙә ҡалалар уңайлылығы индексын 30 % күтәрергә ниәт бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡул ҡуйылған указда шундай маҡсат ҡуйылған.
Читайте нас: