Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ноябрь 2019, 11:35

Өлкән быуын ярҙамға мохтаж

Яғымлы һәм йылы ҡараш

"Демография" милли проектының "Өлкән быуын" федераль проекты сиктәрендә 65 йәштән өлкән граждандар график буйынса, йәшәгән ерендәге медицина учреждениеларына һаулығын тикшереү өсөн килеү мөмкинлегенә эйә.
Республиканың "Именлек" геронтология үҙәге менән Благовещен үҙәк район дауаханаһы берлектә Ишмән ауылының өлкән быуын кешеләренә медицина күҙәтеүен үткәрҙе. Ҡалаға махсус автобуста килтерелгән ололарҙы социаль хеҙмәткәрҙәр сиратһыҙ кәрәкле табиптарға индерһә, ә медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы үҙ ярҙамынан, кәңәшенән ситтә ҡалдырманы.Сәстәренә сал төшкән, тормош һынауҙарын уҙған өлкәндәр илебеҙ етәкселәре тарафынан күрһәтелгән оло иғтибарға ихлас рәхмәтле.
Читайте нас: