Йәйғор
+10 °С
Дождь
Милли проекттар
30 Ноября 2019, 11:00

Беренсе кирбес

60 уҡыусыға иҫәпләнгән заманса мәктәп һәм кескәйҙәр өсөн 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ

​“Мәғариф” федераль милли проекты ҡуйған талаптарҙы үтәү буйынса Нуриман районында байтаҡ эштәр башҡарыла.
​Күптән түгел Первомайский ауылында төҙөләсәк мәктәптең беренсе кирбесен һалыу тантанаһы үтте.
​Район администрацияһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вильдан Ситдиҡов подряд ойошмаһы төҙөүселәре һәм энергетиктар менән эш барышы тураһында һөйләште. Төҙөлөштөң бөтә этаптары ла планға ярашлы алып барыла.
​60 уҡыусыға иҫәпләнгән заманса мәктәп һәм кескәйҙәр өсөн 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ.
Читайте нас