Киләһе 2020 йылдың ғинуарынан, әгәр ғаиләнең һәр ағзаһына эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән аҙыраҡ тура килһә, беренсе балаға айлыҡ пособие алырға мөмкин.
Республикала пособие ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килеме 20 868 һумдан артмаған ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуған осраҡта түләнә, тип хәбәр итә Башинформ республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Аҡсаға беренсе сабыйы 2018 йылдан һуң тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала.
«Дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәгән граждандарға ғына ҡағыла. Бала ла Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға тейеш. Түләүҙең күләме 9789 һум тәшкил итә. Пособие балаға 3 йәш тулғансы тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта, 2019 йылдың аҙағына тиклем, тәүге балаға пособие йәш ярымға тиклем түләнә, хәҙер уның күләме – 9182 һум» тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Беренсе балаға айлыҡ түләүҙе Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында рәсмиләштерергә мөмкин.
С начала нового года ежемесячное пособие на первого ребенка можно будет получать, если на одного члена семьи приходится меньше двукратной величины прожиточного минимума для трудоспособного населения.
В Республике пособие будут получать семьи при рождении первенца, у которых ежемесячный доход на каждого члена семьи составляет не более 20 868 рублей, сообщает пресс-служба республиканского Минтруда.
На выплаты могут рассчитывать семьи, в которых первенец родился после 2018 года. Выплаты будут производиться в рамках национального проекта «Демография»
«Мера государственной поддержки распространяется только на граждан Российской Федерации, постоянно проживающих на её территории. Ребенок также должен являться гражданином РФ. Размер выплаты составит 9789 рублей. Пособие будет назначаться до достижения ребенком возраста 3-х лет. В настоящее время, до конца 2019 года, выплаты на первого ребенка производятся до достижения ребенком возраста полутора лет, размер выплаты на данный момент — 9182 рубля», — подчеркнули в Минтруде.
Оформить ежемесячную выплату на первого ребенка можно в филиалах (отделах филиалов) Республиканского центра социальной поддержки населения, в многофункциональных центрах предоставления государственных и муниципальных услуг и через единый портал государственных услуг.