“Демография” милли проекты буйынса Өфө ҡалаһында һәм районында социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлөшө тикшерелде. “Дим – 6” биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшөндә эштең ҡыҙған сағы. Шуға ҡарамаҫтан, Андрей Назаров процесты тағы ла тиҙәйтергә ҡушты. Зубов ауылында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һалына. Бында ла эште йылдамландырырға кәрәк.