Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Декабрь 2019, 10:50

Милли проект сиктәрендә һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә

Яңы ҡоролма ғинуарға тиклем сафҡа индерелергә тейеш

Башҡортостандың Дәүләкән ҡалаһында һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә. Был эштәр "Экология" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы бүленгән аҡсағы алып барыла.
Объекттың дөйөм хаҡы — 107,4 миллион һум. Шуның 104,4 миллионы федераль ҡаҙнанан бүленгән, 2,1 миллион һумы - республиканыҡы. Урындағы бюджет иһә проект-тикшереү эштәренә 740 мең һум аҡса йүнәлткән.
Дәүләкәндә һыу сифатын күтәреү өсөн система эшләп ҡуйырға ҡарар ителгән. Был ҡаланың 24 мең кешеһен үҙәкләштерелгән һыу үткәргестән сифатлы эсәр һыу менән тулыһынса тәьмин итәсәк.
Яңы ҡоролма ғинуарға тиклем сафҡа индерелергә тейеш.

Читайте нас: