Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Декабрь 2019, 10:05

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә яңыртылған Мәҙәниәт һарайы үҙ ишектәрен асты

Бинала балалар өсөн уйын бүлмәләре лә, психолог кабинеты ла, логопед, дефектолог та бар

Ҡырғыҙ-Миәкә лә “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, яңыртылған Мәҙәниәт һарайы үҙ ишектәрен асты.
Бында һәр теләгән кеше, бер үҙе булһынмы, ғаилә менәнме килеп, ял минуттарын уҙғара ала. Миәкә районында урындашҡан үҙәктең төп маҡсаты – ғаилә традицияларын һаҡлау, халыҡтың әүҙемлеген үҫтереү, кешенең ижади һәләтен асырға булышлыҡ итеү.
Мәҙәниәт һарайын асыу тантанаһында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев та ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, бинала балалар өсөн уйын бүлмәләре лә, психолог кабинеты ла, логопед, дефектолог та бар. Тренажер залы, кинозал кеүектәр ҙә буш тормаҫ, моғайын.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса эшләүсе ”Мәҙәни мөхит” проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, беҙҙә быйыл ике мәҙәниәт йорто яңыртылырға, тағы өсәү төҙөлөргә, 10 кино залы модернизацияланырға тейеш. Бынан тыш, балалар сәнғәт мәктәбенә лә ҙур иғтибар биреләсәк.
Читайте нас: