Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Декабрь 2019, 11:13

Байрамға бүләк – ашығыс ярҙам машинаһы

Иглин районы үҙәк дауаханаһына байрам алдынан яңы «ашығыс ярҙам» машинаһы ҡайтты

Иглин районы үҙәк дауаханаһына байрам алдынан яңы «ашығыс ярҙам» машинаһы ҡайтты. «Уазик» асҡысын баш табиб Жанна Карунасҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Был көндө республика ҡала һәм район дауаханаларына барлығы 37 «ашығыс ярҙам» машинаһы оҙатылды, шуларҙың бишеһе - реанимобиль.
Әйтергә кәрәк, Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди базаһын нығытыу «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Һуңғы йыл ярым эсендә республиканың ашығыс ярҙам машиналары паркы 200 берәмлеккә тулыланды.
Читайте нас: