Башҡортостандың сит илдәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге нығынғандан-нығына. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, экспорт үҫешендә сифатлы ынтылыш яһалды. Элек сит илдәргә башлыса сеймал һатһаҡ, хәҙер экспорттың төп өлөшөн эшкәртелгән аҙыҡ-түлек тәшкил итә. Мәҫәлән, үҫемлек һәм аҡ майҙың өлөшө – 43,5, спирттыҡы – 21, игендеке 18,2 процент тәшкил итә. Былтырғы 11 айҙа 92,5 миллион долларлыҡ продукция экспортҡа оҙатылған. Был бынан алдағы йылдағы күрһәткестән 22,7 миллион долларға күберәк.
Республика продукцияһы БДБ, Балтик буйы илдәренә, Төркиәгә, Иранға, Монголияға һатыла. Бөгөн иң ҙур перспективалы Ҡытай баҙарына сығыу буйынса әүҙем эш алып барыла. 2019 йылдың октябрендә ҠХР-ҙың Баш таможня идаралығы вәкилдәре Башҡортостанда булды. Улар республиканан Ҡытайға бойҙай һәм көнбағыш ҡалдығы оҙатыуҙы аккредитациялау мөмкинлеген өйрәнде.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала - “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.