Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Ғинуар 2020, 10:40

Милли проект сиктәрендә яңы кредит төрө барлыҡҡа килде

Был - эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе кредит

Беләһегеҙ, Рәсәйҙә 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла. Шуның берәүһе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығынан бизнестың үрҙә аталған категорияһын льготалы кредитлау программаһына тағы бер уңайлыҡ өҫтәлеүен хәбәр иттеләр.
Был - эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе кредит. Бынан ары йүнселдәр ябайлаштырылған талаптар (мәҫәлән, эшмәкәрлек төрө йәки һалым бурысы буйынса сикләүҙәр юҡ) менән биш йылға 9,95 процент менән 10 миллион һумға тиклем кредит ала ала.
Былтыр февралдә 8,5 процент ставка менән льготалы кредитлау программаһы эшләй башлағайны. Уныһы ла "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Әлеге яңы төр программа буйынса кредит алыуға бер генә шарт бар: аҡсалар инвестиция йүнәлешенә тотонолорға тейеш.
Әйҙәгеҙ, эшҡыуарҙар һәм йүнселдәр, программала ҡатнашығыҙ, бизнесығыҙҙы үҫтерегеҙ, бер ыңғай инвестиция ла һалығыҙ.
Яңылыҡ авторы: Йәшлек
Читайте нас: