Күршеләребеҙ ҙә тиҙҙән үҙ биләмәһендә “Үҫеш нөктәһе” масштаблы проектын тормошҡа ашырасаҡ. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Жанна Миникиееваның белдереүенсә, 2020 йылда Ырымбур өлкәһе “Үҫеш нөктәһе” проектына ҡушыла. Ә был эшлекле осрашыу күршеләребеҙҙең республикала бындай үҙәктәрҙең нисек барлыҡҡа килеүе, эшләп китеүе һәм башҡалар хаҡында белеүе өсөн кәрәк. Ырымбурҙарҙың ошондай уй-теләге булғас, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ҙур ризалыҡ менән ошондай үҙәктәрҙең эше менән таныштырырға булған. Ошо уҡ маҡсатта ике төбәктең дә ведомство ағзалары Федоровка, Стәрлебаш һәм Ергән ауылдарындағы үҙәктәрҙе барып ҡараған. Уларҙа ҡунаҡтар балалар менән аралашҡан, төрлө ҡоролмаларҙы ҡараған, үҙәктәрҙең уҡытыусылары менән дөйөм мәсьәләләр буйынса һөйләшкән.