Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ғинуар 2020, 10:50
"Демография" милли проекты маҡсаттарына табан...
Сараның көн тәртибендә - табиптарҙың етмәүе, дарыуҙар менән тәьмин итеү, бала көткән ҡатындарға медицина ярҙамы күрһәтеү
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Республика клиник перинаталь үҙәгендә күсмә "Сәләмәтлек сәғәте" үткәрҙе. Был сарала ҡатнашыусылар сабыйҙар үлемен кәметеү, медицина тармағына кадрҙар йәлеп итеү һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Кәңәшмә алдынан республика етәксеһе перинаталь үҙәктең эше менән танышты. Бында йылына 10 меңдән ашыу тыуым ҡабул ителә. Радий Хәбиров учреждениеның кәрәклеген билдәләне, ҡорамалдар, мөмкинлектәр булыуына ыңғай тәьҫораттарын белдерҙе."Сәләмәтлек сәғәте"ндә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса мәғлүмәт бирелде. "Инцидент менеджмент" системаһына һуңғы аҙнала ғына 133 үтенес килгән.
Сараның көн тәртибендә - табиптарҙың етмәүе, дарыуҙар менән тәьмин итеү, бала көткән ҡатындарға медицина ярҙамы күрһәтеү. БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 2019 йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса сабыйҙар үлеме 18 процентҡа артҡан. Ә тағы ла ҡурҡынысырағы: өйҙә балалар үлеме 34 процентҡа артҡан. Бында әсәнең йә төндә йә имеҙгәндә балаһын баҫып үлтереү осрағы теркәлеүен дә әйтеп үтергә кәрәк.
Ә бына Баҡалы, Балаҡатай, Ҡариҙел, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондарында, Ағиҙел ҡалаһында былтыр сабый үлеме теркәлмәгән. Республикала йәш балалар үлемен иҫкәртеү һәм туҡтатыу өсөн оператив план раҫланған. Был тәңгәлдә бер йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләрҙе күҙәтеүҙә тотоу, ауырлы ҡатындарҙың хәлен тикшереү кеүек эштәр мониторингылана.
- Сабыйҙар үлеме осраҡтары - беҙ былтыр уңышҡа ирешә алмаған берҙән-бер күрһәткес. Тырышһаҡ, аҡыл менән эш итһәк, беҙ быны туҡтата алабыҙ, - тине Радий Хәбиров
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас:
Новости партнёров
Ҡатыны яман шештән үлгәс...
Джефф Монсон Ислам динен кабул иткән!
О чём мечтает капитан