Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ғинуар 2020, 11:00

“Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә яңы мәҙәниәт объекттары һалына

Былтыр милли проектҡа Башҡортостандан биш мәҙәниәт учреждениеһы инде.

Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында быйыл яңы мәҙәниәт объекттары һалына. Төҙөлөшкә аҡса “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә бүленә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында милли проекттың үтәлешенә контроль буйынса эш төркөмө ултырышында мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ошо турала һөйләне.
Программа яңы объекттар төҙөүҙе, шулай уҡ ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Былтыр милли проектҡа Башҡортостандан биш мәҙәниәт учреждениеһы инде. Улар – Салауат районының Мөрсәлим ауылындағы клуб, Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы заманса кинозал, Дыуан һәм Бөрйән райондарындағы реновация, Миәкә районындағы мәҙәниәт усағына капиталь ремонт.
– Әле быйылға төбәк проекттарының паспорты раҫлана. Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында яңы биналар төҙөлөшө мотлаҡ башланасаҡ. Реновация үтәсәк объекттарға ҡағылышлы мәғлүмәт һуңыраҡ буласаҡ, – тине Наталья Лапшина.
Читайте нас: