Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ғинуар 2020, 11:15

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамалдар һатып алына

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Нуриман районында һәр 100 мең кешегә ҡан әйләнеше сирҙәренән 675,7 лем осрағы тура килә

Ҡан әйләнеше сирҙәренән ҡайһы райондарҙа үлем осраҡтарының күберәк теркәлгәне асыҡланды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала һәр 100 мең кешегә 515,1 үлем осрағы тура килә, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Үткән йылдың ун айында иң юғары үлем осрағы Федоровка районында теркәлгән. Бында 100 мең кешегә инфаркт һәм инсульт сирҙәренән үлем осраҡтары 686,6 тәшкил итә. Нуриманда был күрһәткес - 675,7, Миәкәлә – 642,9, Стәрлебашта - 638,1 һәм Белорет районында - 635,5.
Шуның менән бергә күрһәткестәре уртаса республика күрһәткесенән түбән булған муниципалитеттар ҙа бар. Ағиҙел, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Саҡмағош һәм Бүздәк райондары - шулар иҫәбендә.
Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ҙур эш йәйелдерелде, яңы технологиялар индерелә, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамалдар һатып алына. Шуға күрә алдағы йылдарҙа бөгөнгө күрһәткестәрҙең яҡшырыуына өмөт ҙур.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: