Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2020, 10:50

Китап уҡыусылар артасаҡ

Моделле китапханалар "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса барлыҡҡа килә.

Моделле китапханалар булдырыу өсөн конкурсҡа ғаризалар йыйыла.
Конкурстан һайлап алынған китапханалар киләһе йылда моделлегә әйләнәсәк. Ғаризалар 23 марттан 9 апрелгәсә ҡабул ителә.
Моделле китапханалар "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса барлыҡҡа килә. Төп маҡсат - хеҙмәт күрһәтеү кимәлен яҡшыртыу, китапханалар фондын арттырыу, интернетлаштырыу, заманса китапхана мөхите булдырыу.
Быйыл үрҙә телгә алған конкурстың 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә өс моделле китапхана буласаҡ - Дүртөйлө, Благовар, Туймазы райондарында. Улар өсөн республика федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса ала.
Автор: "Йәшлек"
Читайте нас: