Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Февраль 2020, 10:55

Милли проект буйынса эш дауам итә

2020 йыл аҙағына Башҡортостандағы бөтә балалар поликлиникалары һаҡсылға әүерелергә тейеш.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йыл аҙағына Башҡортостандағы бөтә балалар поликлиникалары һаҡсылға әүерелергә тейеш. Был тура "Башҡортостан" гәзите хәбәр итә.
Медицина ведомствоһында үткән сираттағы кәңәшмәлә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ҡатнашыуҙан ниндәй һөҙөмтә көтөлөүе тураһында һүҙ барҙы. Балалар поликлиникаларының барыһын да һаҡсыл режимға күсереүҙән тыш, башҡа байтаҡ саралар планлаштырыла.
– “Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында республикалағы ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм түбәнге бүлексәләрҙе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу дауам итәсәк, – тине министр урынбаҫары Динара Йәнекәева. – “Яман шешкә ҡаршы көрәш” проектына ярашлы, онкология диспансерына, дүрт амбулатор онкологик ярҙам үҙәгенә лә яңы ҡорамалдар тапшырыласаҡ.
Балалар поликлиникаларын медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән Республика балалар клиник дауаханаһын һәм 17-се ҡала балалар дауаханаһын һигеҙ рентген, ике МРТ аппараты менән тәьмин итеү күҙаллана. 4-се һәм 5-се балалар поликлиникаларына, Сибайҙың үҙәк ҡала дауаханаһына капиталь ремонт яһаласаҡ.
Быйыл мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенең сервер ҡеүәтен арттырыу, медицина персоналын автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин итеү, медицина ойошмаларын, шул иҫәптән ФАП-тарҙы, мәғлүмәт-телекоммуникация ҡорамалдары менән йыһазландырыу йәһәтенән эш дауам итәсәк.
Читайте нас: