Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Февраль 2020, 11:40

“Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә

Мобиль линияны ҡулланыу бөтә йыйылған сүп-сарҙы урында һәм элеккенән тиҙерәк сорттарға айырыу мөмкинлеге бирәсәк

Башҡортостанда “Экология” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы сүпте сорттарға айырыу буйынса мобиль линияны эшкә ҡушты. Был турала "Башҡортостан" гәзите хәбәр итә.
Был ҡорамал муниципаль райондарҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән һәм уны Өфө районының Яңы Черкассы ауылында һынап ҡаранылар ҙа инде.
Мобиль линияны ҡулланыу бөтә йыйылған сүп-сарҙы урында һәм элеккенән тиҙерәк сорттарға айырыу (ПЭТ, пластик, ҡағыҙ һ.б.), маневрлыҡ һәм бөтә биләмәләрҙе хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирәсәк, шул иҫәптән – алыҫ һәм үтеүе ҡыйын булған төбәктәрҙе.
Читайте нас: