Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, яңы мебель урынлаштырылған, төрлө уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар һатып алынған. Санузел да бәләкәстәргә ҡулайлаштырылып эшләнгән.
Сарала райондың хакимиәт башлығы Азамат Носратуллин, мәғариф идаралығы етәксеһе Гөлнара Мырҙаҡаева, ауыл биләмәһе башлығы Зөлфиә Әхмәҙиева, мәктәп директоры Гөлфиә Саҡаева һәм башҡа ҡунаҡтар, тәрбиәселәр, ата - әсәләр ҡатнашты.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарға үҙҙәренең йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы, шиғырҙарын һөйләне. Рәхмәт һүҙҙәре менән ата - әсәләр сығыш яһаны.
Әлегә ясле төркөмөнә йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге 10 бала йөрөйәсәк, хәҙер улар алдында балалар баҡсаһы тормошона яраҡлашыу, өйрәнеп китеү тора.